Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктәге йылға-күлдәрҙә боҙҙоң ҡалынлығын үлсәнеләр: балыҡ тоторға иртә әле

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн йылғаларҙағы һәм күлдәрҙәге популяр урындарҙа боҙ ҡалынлығы һөҙөмтәләрен хәбәр итте. Атап әйткәндә, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙелдә боҙҙоң ҡалынлығы ни бары 2-5 сантиметр. Сипайлово тирәһендә Ҡариҙел йылғаһында – 2-5сантиметр. Каманың ҡапламы тағы лә нәҙегерәк – 1-2 сантиметр. Киләһе күлдәрҙә боҙ ҡапламы ҡалыныраҡ: Шәмсетдин күлендә – 7-10 сантиметр, Яҡтыкүлдә – 8-10 см, Асылыкүлдә – 7-10 см, Ҡандракүлдә – 5-7 сантиметр. Туймазы (10 см), Павловка (10-12 см) һыу һаҡлағыстарында боҙ ҡалыныраҡ, ә Нөгөштә нәҙегерәк (3-5 см).

10 сантиметрҙан ҡалын булған боҙға ғына сығырға мөмкин, тип иҫкәрттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. «Боҙҙоң ҡалынлығын уның төҫөнә ҡарап белергә мөмкин: зәңгәр төҫтәге боҙ – ныҡлы, ә бына аҡ төҫтәгеһе ышанысһыҙ. Күкһел, аҡһыл йәки һарғылт төҫтәге боҙҙоң бер ҙә ышаныслығы юҡ – шатырлап тормай емерелә. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында йәки насар күренгәндә боҙға сығыу бөтөнләй тыйыла», — тип аңлатты ғәҙәттән тыш ведомство белгестәре.

http://www.bashinform.ru/news/1090494-v-bashkirii-izmerili-tolshchinu-lda-na-rekakh-i-ozerakh-rybachit-rano/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть