Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Автотранспортта газ яғыулығын ҡулланыу ике йылда биш тапҡырға артты – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда коммуналь һәм йәмәғәт автотранспортында ҡулланылған ҡыҫылған тәбиғи газ күләме ике йылда биш тапҡырға артты. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы сиктәрендә пленар һүҙ көрәштереү майҙансығында белдерҙе.

— Коммуналь һәм йәмәғәт автотранспортында, дәүләт һәм муниципаль компанияларҙа ҡыҫылған тәбиғи газ менән ҡулланыу 2015 йылда 2 миллион кубометрҙан быйыл 10 миллион кубометрға саҡлы артты. Йәғни ике йылда – биш тапҡырға артым, – тине төбәк етәксеһе. – Бындай тиҙлектә барһаҡ, йәмәғәт транспортын газ-мотор яғыулығына күсереү буйынса бурысты, һис шикһеҙ, үтәрбеҙ.

Башҡортостан Башлығы һуңғы өс йылда республикала 300 самаһы газ балоны техникаһының һатып алыныуын хәбәр итте.

— Яҡынса бөтә был техника – пассажирҙар автобустары. Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан субсидиялар 800 миллион һум самаһы тәшкил итте, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, беҙҙең «Башавтотранс» компанияһы Нефтекамалағы «НЕФАЗ» предприятиеһында етештерелгән газ яғыулығында тағы 100 автобус һатып алды. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең «КАМАЗ», «НЕФАЗ», был техниканы ҡулланыусылар менән ошо йәһәттән яҡшы кооперация килеп сыға.

http://www.bashinform.ru/news/1090576-potreblenie-gaza-avtotransportom-za-dva-goda-vyroslo-v-pyat-raz-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть