Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетын Руслан Мирсаяпов етәкләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Указы менән Руслан Мирсаяпов республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде.

Мирсаяпов Руслан Заһит улы 1977 йылдың 22 ноябрендә Өфөлә тыуған. «Инглиз теле» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын, «Иҡтисад һәм идара итеү» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда Башҡортостан Республикаһының Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығында башлай. Унда әйҙәүсе белгес булып эшләй.

1999–2010 йылдарҙа – әйҙәүсе белгес, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлегенең баш белгесе, начальник вазифаһын башҡарыусы, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр идаралығы начальнигы, Өфө хакимиәтенең иҡтисад идаралығында бүлек начальнигы.

2010 йылда – Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе. 2010–2013 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы етәксеһе. 2013–2014 йылдарҙа – «2015 йылда Өфөлә ШОС һәм БРИКС сараларын уҙғарыу өсөн шарттар булдырыусы проекттарға ярҙам офис-төркөмө» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры.

2014 – 2017 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы министры.

Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1090077-goskomitet-po-vneshneekonomicheskim-svyazyam-vozglavil-ruslan-mirsayapov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть