Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Михаил Бабич Башҡортостан уҡыусылары туған телен аҙнаһына нисә сәғәт өйрәнергә тейешлеге хаҡында һөйләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостанға эш сәфәре барышында ошо көндәрҙә методик тәҡдимдәргә ҡул ҡуйылыуын һәм илдең барлыҡ төбәктәренә ебәрелеүен белдерҙе. Унда дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү һәм уҡытыу (уға башҡорт теле лә инә) буйынса уҡыу пландары тураһында әйтелгән.

«Ата-әсәләрҙең ризалығы менән программаның вариатив өлөшөндә (ул мәғариф мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар төҙөгән программаның бер өлөшө) аҙнаһына ике сәғәткә тиклем республиканың дәүләт телен өйрәнергә хоҡуҡ һәм мөмкинлек бар. Ошо методологик документ барлыҡ белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн нигеҙ булып тора. Норматив көйләү йәһәтенән был мәсьәлә хәл ителде, тип иҫәпләйбеҙ. Хәҙер мәсьәлә ошо бурысты нисек хәл итә алыуыбыҙға ҡайтып ҡала», — тине Михаил Бабич Өфөләге 16-сы гимназияла үткән түңәрәк өҫтәлдә.

Тулы хоҡуҡлы вәкил төбәк башлығы Рөстәм Хәмитовтың республикала дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү, ошо программаны финанслау, башҡорт телен үҫтереү буйынса махсус фонд булдырыу, гранттар бүлеү буйынса саралар тураһындағы Указға ҡул ҡуйыу хаҡында ҡарарын дөрөҫ тип атап, республика властарының ошо йәһәттән маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыуҙарын билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1090100-mikhail-babich-v-ufe-rasskazal-skolko-chasov-v-nedelyu-shkolniki-bashkirii-mogut-izuchat-rodnoy-yazy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть