Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы юлдарҙа ҡар һырынтылары һәм көслө ел хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы 9 декабрҙә республиканың көнсығышында урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары тураһында хәбәр итә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етеүе ихтимал. Автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Һауа температураһы төндә -7,-12 , көндөҙ — 6,-11 градус. Мәғлүмәт республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығынан алынды.

Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә төҙөк булмаған транспортта юлға сыҡмаҫҡа, иғтибарлы булырға, хәүефһеҙ тиҙлек режимын үтәргә кәңәш итә. Тәжрибәһеҙ автоһәүәҫкәрҙәргә рулгә ултырмаҫҡа кәрәк.

Йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда һаҡ булыу, шулай уҡ таймай торған аяҡ кейеме әҙерләү зарур. Уның табанына лейкопластырь йәбештерергә мөмкин.

«Һаҡ йөрөгөҙ, ашыҡмағыҙ, табанығыҙға ныҡлы баҫығыҙ. Ололарға резина башлы йәки махсус таяҡ менән йөрөү ҡамасау итмәҫ», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1090136-mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-snezhnykh-zanosakh-na-trassakh-i-silnom-vetre/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть