Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

23 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөләге «Башнефть» заправкаларында бензин ҡиммәтләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөләге «Башнефть» заправкаларында бензинға хаҡ артты. Хәҙер АИ-92 маркалы бензиндың бер литры — 36,4, АИ-95 — 39,4, ATUM 39,8 һум тора.

Аҙна башында республика статистары баш ҡалалағы заправкалау станцияларында хаҡтар артыуын теркәне.

Башҡортостанстаттың аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, А-76 маркалы бензин 0,6 процентҡа ҡиммәтләнеп, бер литры 34,50 һумға еткән.

АИ-92 маркалы бензин уртаса 36,36 һум, А-95 һәм артабанғылары 39,53 һум тора. Бер аҙнала ошо маркаларҙың һәр ҡайһыһы 0,4 процентҡа ҡыйбатланған.

Башҡортостандың баш ҡалаһында дизель яғыулығы ла ҡиммәтләнгән. 4 декабргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, уның бер литры уртаса 39,64 һум тәшкил иткән (бер аҙнала +0,4 процент).

http://www.bashinform.ru/news/1089958-na-zapravkakh-bashnefti-v-ufe-podorozhal-benzin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть