Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.85 ↓

EUR 75.40 ↑

20 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда мәҙәниәт проекттарына республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәһендәге әһәмиәтле ижади проекттарға ярҙам итеү йәһәтенән республика башлығы гранттарын тапшырыуҙың яңы ҡағиҙәләре раҫланды. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов 6 декабрҙә тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Хәҙер дәүләт һәм муниципаль бюджет, автономиялы учреждениеларға гранттар субсидия рәүешендә конкурс нигеҙендә бирелә. Гранттар яңы тамашалар (опера, балет, спектакль, мюзикл, концерт, шоу-программа, кинофильм) ҡуйған; күренекле эшмәкәрҙәрҙең хәтерен мәңгеләштергән; мәҙәни мираҫты һаҡлаған, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын пропагандалаған өсөн тапшырыла.

Гранттарҙың дөйөм суммаһы — 90 миллион һум. Йыл һайын республиканың ижади коллективтары түбәндәге гранттарға лайыҡ була:

13,5-әр миллион һумлыҡ 2 грант;

9,0-ар миллион һумлыҡ 5 грант;

4,5-әр миллион һумлыҡ 2 грант;

1,8-әр миллион һумлыҡ 3 грант;

900 меңәр һумлыҡ 4 грант.

Гранттар тапшырыу буйынса комиссияны Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкләй. Конкурс комиссияһы ағзалары бәйгелә ҡатнаша алмай.

http://www.bashinform.ru/news/1089550-v-bashkirii-utverdili-novye-pravila-predostavleniya-millionnykh-grantov-glavy-respubliki-na-proekty-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть