Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда социаль хеҙмәттәр алыуға сират бөттө – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан халыҡты социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеүен дауам итә. Өфөлә үткән Волга буйы федераль округы төбәктәре дәүләт власы закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһы ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта хәбәр итте.

– Республикабыҙҙа дәүләтҡа ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү ярҙамында халыҡты социаль хеҙмәтләндереүҙе камиллаштырыу йәһәтенән уңыштар байтаҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан төбәктәрҙән тәүгеләрҙән булып коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҡатнашлығында өйҙә социаль хеҙмәттәр күрһәтеү проектын тормошҡа ашырҙы. Бөгөн 118 коммерцияға ҡарамаған ойошма һәм хужалыҡ йәмғиәте ошо эш менән шөғөлләнә. Һөҙөмтәлә социаль хеҙмәттәр алыуға сират бөттө.

Республика башлығы һуңғы өс йылда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иҫәбенә социаль хеҙмәткәрҙәр һанының 2 меңдән 3 мең кешегә тиклем артыуын хәбәр итте. Бындай ярҙам алған граждандар һаны 30 меңдән 40 мең кешегә етте.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың социаль проекттары финанслана. Һуңғы йылдарҙа ошо маҡсатҡа федераль бюджеттан 50 миллион һәм республика ҡаҙнаһынан 100 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар гранттар ота, программаларҙа ҡатнаша. Хужалыҡ йәмғиәттәренә һәм яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға муниципалитеттарҙан – финанс, ә социаль хеҙмәттәр күрһәткән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға минималь ставкалар буйынса бирелгән биналар рәүешендә мөлкәт ярҙамы күрһәтелә.

– Тәжрибә күрһәтеүенсә, бындай эш форматы ҡыҙыҡлы һәм заманса, һәм, иң мөһиме, һәйбәт һөҙөмтәләр бирә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был эш бик мөһим, файҙалы. Беҙ уны дауам итәбеҙ. Ҡыҙыҡһынһағыҙ, һөҙөмтәләребеҙ менән таныша алаһығыҙ.

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв социаль хеҙмәттәр күрһәтеү процесына коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы һөҙөмтәлерәк йәлеп итеү өсөн хәл итергә кәрәкле төп бурыстарҙы билдәләне. Улар – дәүләткә ҡарамаған тәьминәтселәргә биналар, халыҡҡа ситтән тороп консультация биреү өсөн технологиялар менән ярҙам итеү, күсмә хеҙмәтләндереү өсөн мобиль бригадалар булдырыу һәм башҡалар.

– Һанап үтелгән мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкин, – тип ышана Константин Толкачев. – Атап әйткәндә, социаль өлкәгә, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға социаль ярҙам системаһы үҫешкән илдәрҙәге кеүек, ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәрен нығыраҡ йәлеп итеү зарур.

http://www.bashinform.ru/news/1089934-blagodarya-privlecheniyu-nko-v-bashkortostane-ischezla-ochered-na-poluchenie-sotsialnykh-uslug-ruste/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть