Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48

EUR 73.93

22 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Хәниә Фәрхиҙең ижадын үҙ итеүселәр Ҡазан урамдарының береһенә уның исемен бирергә теләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Хәниә Фәрхиҙең ижадын үҙ итеүселәр Ҡазан урамдарының береһенә уның исемен бирергә теләй. Улар change.org сайтында петиция ойошторған, бөгөнгө көнгә 200-ҙән ашыу кеше ҡул тамға йыйылған. Проект өҫтөндә Саҡмағош районынан сыҡҡан, Екатеринбурга йәшәүсе Булат Ғәзизов эшләй.

«Беҙҙең бурыс – Хәниә Фәрхиҙе онотмау һәм уның йырҙарын һәр саҡ йырлаһындар һәм тыңлаһындар өсөн барыһын да эшләргә. Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһындағы урамдарҙың береһенә уның исемен биреү юлы менән Хәниә Фәрхиҙең исемен мәңгеләштерергә кәрәк тип иҫәпләйем», — тип яҙылған петицияла. Уҙған көндәрҙә хат Татарстандың баш ҡалаһы мэрына тапшырылды.

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә 57 йәшендә донъя ҡуйҙы. Үҙенең бөтә ижади тормошон «Татар жыры» конкурсында 15 «Алтын барыҫ»ҡа эйә йырсы татар эстрадаһына арнаны. Хәниә Фәрхиҙең репертуарында бөтәһе 300-ҙән ашыу башҡорт һәм татар композиторҙары, татар халыҡ йыры. Йырсыға «Әлдермешкә кайтам әле», үҙе яҙған «Сагынам сине, Питрәч» кеүек йырҙар ҙур популярлыҡ килтерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1089833-fanaty-khanii-farkhi-dobivayutsya-prisvoeniya-ee-imeni-odnoy-iz-ulits-kazani/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть