Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↓

EUR 75.21 ↑

25 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Республика ЮХХДИ идаралығы водителдәрҙе боҙлауыҡ һәм юлдарҙа хәүефле участкалар хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, яуым-төшөм яуыу һәм буран сығыу сәбәпле федераль һәм республика трассаларында күреү мөмкинлегенең насарайыуы һәм боҙлауыҡ булыуы күҙәтелә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте водителдәрҙе тиҙлек режимын үтәргә, ҡатмарлы юл шарттарында иғтибарлы һәм һаҡсыл булырға саҡыра.

«Тайғаҡ юлда киҫкен хәрәкәт итмәҫкә, кәрәкһеҙ юл һыҙатын алмаштырырға, рөхсәт ителгән урындарҙа ғына уҙырға кәңәш ителә. Айырыуса бер ағым булып хәрәкәт иткәндә транспорттар араһында хәүеф-хәтәрһеҙ арауыҡ һаҡлау һәм уны арттырыу мөһим», — тип кәңәш бирҙеләр ЮХХДИ идаралығында.

Водителдәргә һәм йәйәүлеләргә киләһе юл участкаларында үтә иғтибарлы булыу зарур:

— Мәскәү – Өфө: Подымалово сиселеше, Шәрип һәм Исәмәт тораҡ пункттары эргәһендә.

— Өфө – Һамар: Ҡандры ауылы, Жуков сиселеше, Бишҡурай һәм Бүздәк ауылдары янында.

— Өфө – Ырымбур: Боҙаяҙ, Стәрлебаш, Талбазы һәм Ергән ауылдары тирәһендә.

— Өфө – Силәбе: Зинино – Жилино һәм Алаторка ауылдары сатында.

http://www.bashinform.ru/news/1089836-gibdd-bashkirii-preduprezhdaet-voditeley-o-gololeditse-i-opasnykh-uchastkakh-avtodorog/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть