Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.48 ↑

EUR 73.93 ↓

21 июль, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы: сусҡа комплексында сыҡҡан янғында мең баш самаһы сусҡа балаһы һәләк булды

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Кисә Өфөнөң Максимовка биҫтәһендәге сусҡа фермаһында янғын теркәлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығындағы дежурный сусҡа комплексында ут сығыуы хаҡында хәбәр ала. Ваҡиға урынына 17 берәмек техника һәм 49 кеше ебәрелә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр килеп етеүгә бинаның ҡыйығын ут ялмап алған була. Янғындың майҙаны 200 квадрат метр тәшкил итә.

«Утта һәләк булған һәм зыян күргән кешеләр юҡ. 921 ике айлыҡ сусҡа балаһы һәләк булған, 12 мең баш самаһы сусҡа ҡотҡарып ҡалынған», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Киске сәғәт 8-гә янғын тулыһынса һүндерелде. Фажиғә урынында тикшереүсе эшләй, янғындың сәбәбе асыҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1089824-mchs-bashkirii-pri-pozhare-v-svinokomplekse-pogiblo-pochti-tysyacha-golov-porosyat-/?utm_source=vk&utm_medium=manager&utm_campaign=smm

Теги: янғын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть