Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.72 ↑

EUR 75.56 ↑

19 октябрь, Йома

Уфа   °

Рәсәйҙә һәр бишенсе ғаилә «көскә осон осҡа ялғай» – һорау алыу

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рәсәйҙә һәр бишенсе ғаилә үҙенең финанс хәлен ауыр тип иҫәпләй, тип хәбәр итә «РИА Яңылыҡтар» агентлығы «Ромир» холдингы тикшеренеүҙәренә һылтанып.

Һорау алыу күрһәтеүенсә, ғаиләләрҙең 46 проценты финанс хәлен ҡатмарлы тип иҫәпләй, әммә иң кәрәкле нәмәләргә уларҙың аҡсаһы етә. Халыҡтың 30 проценты үҙенә теләһе ҡайһы көндәлек сығымын рөхсәт итә ала. Рәсәй ғаиләләренең 3 проценты эре әйберҙәр: йорт йыһазы, көнкүреш техникаһы һәм туристик юлламалар, 0,2 проценты автомобиль һәм күсемһеҙ милек һатып алыу мөмкинлегенә эйә.

Һорау алған Рәсәй ғаиләләренең 21 проценты аҡса етмәү кисерә. Уларҙың 17 процент респонденты ҡайһы бер аҙыҡ-түлек һәм тауар һатып алыуҙа ҡыйынлыҡ кисерә, ә 4 проценты «көскә осон осҡа ялғай».

Әлбиттә, хәйерселек сигендә булған ғаиләләрҙең кәйефе иң пессимистик. Рәсәйҙәрҙең 67 проценты киләһе йылда ла финанс хәлдә бер ниндәй үҙгәрештәр көтмәй.

Иҫәп палатаһы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың беренсе кварталында фәҡирлек сигендә булған рәсәйҙәрҙең һаны 2 миллион кешегә артҡан. Халыҡтың 15 проценты – 22 миллион кеше ярлы тип иҫәпләнә. Ғаилә ағзаһына уртаса табыш кимәле – 15 506 һум, унан кәмерәк осраҡта ярлылыҡ башлана. Был күрһәткес Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ярайһы уҡ юғары – 21,7 мең һум, ауыл ерендә түбән – яҡынса 12,5 мең һум.

http://www.bashinform.ru/news/1089716-v-rossii-kazhdaya-pyataya-semya-ele-svodit-kontsy-s-kontsami-opros/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть