Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.32

EUR 75.65

23 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Элвин Грейҙың концерты ҙур аншлаг менән үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Кисә баш ҡалабыҙҙағы «Өфө-Арена»ла Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грей) ижадын һөйөүселәр йыйылды. Уның башҡарыуында башҡорт, татар, рус, румын телдәрендә йырҙар яңғыраны.

Халыҡтың яратҡан йырсыһы тыуған республикаһында ошондай ҙур концерт менән тәүгә генә сығыш яһамай.

Билдәле булыуынса, «Өфө-Арена» 8 мең самаһы тамашасыны һыйҙыра ала.

Концертҡа килгән тамашасылар инстаграм селтәрендәге биттәрендә фотолар, видеояҙмалар менән бүлеште һәм тамашаның 3D шоу менән башланыуы хаҡында яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр хатта «Өфө-Арена»ла үткән сараны Мәскәүҙең «Крокус Сити Холл» залындағы концерттар менән сағыштырҙы.

Әйткәндә, Элвин Грей милли эстрада йондоҙҙарынан тәүгеләрҙән булып ошондай ҙур зал йыйҙы. Быға тиклем «Өфө-Арена»ла боҙ шоуҙары ғына ойошторолдо, Алла Пугачева, Стас Михайлов, «Scorpions» һәм «ДДТ» төркөмдәренең концерттары уҙҙы.

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Элвин Грейҙың концерттарына билет хаҡтары трибунаға — 500-1700, бейеү майҙансығына — 800, фан-зонаға 1200 һум тәшкил итте.

http://www.bashinform.ru/news/1089679-elvin-grey-sobral-anshlag-na-samoy-bolshoy-ploshchadke-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть