Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.41 ↓

EUR 69.07 ↑

24 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда милли матбуғаттың 100 йыллығын билдәләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт университетында «Рәсәй Федерацияһы медиакиңлеге: глобаль һәм милли аспекттар» халыҡ-ара ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Ғилми сара башҡорт милли матбуғатының 100 йыллығына арналған.

Конференция эшендә Санкт-Петербург дәүләт университеты профессоры Сергей Корконосенко, Ф.М. Достоевский исемендәге Омск дәүләт университеты доценты Николай Хилько, Башҡортостандың Матбуғат агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, республика гәзиттәре һәм журналдары баш мөхәррирҙәре, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар ҡатнашты.

Башҡортостан милли баҫмаһы һәм журналистикаһы үҫешен сағылдырған республика матбуғат баҫмалары күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостан Дәүләт китап палатаһы һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана башҡорт телендә тәүге гәзит-журналдарҙы тәҡдим итте.

Пленар өлөштән һуң конференция үҙ эшен өс секцияла дауам итте. Унда Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының милли баҫмаһы тарихы, хәҙерге хәле һәм киләсәктә үҫеше, хәҙерге заман радио һәм телекоммуникациялар һәм медиамәғариф проблемалары хаҡында йөкмәткеле әңгәмә булды.

«Йыйынтыҡ сығарыуҙы конференцияның яҡшы йомғағы тип атарға мөмкин. Унда яҡын сит илдән һәм 50-ләгән Рәсәй юғары уҡыу йортонан медиатикшеренеүселәрҙең һәм медиа-практиктарҙың ғилми мәҡәләләре инде», — тине Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть