Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.29

EUR 72.46

16 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Өфөнөң фармацевтика предприятиеһында булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә республикаға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Рөстәм Хәмитов менән бергә Өфөләге «Фармстандарт-Өфөвита» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең етештереү майҙансыҡтарында һәм лабораторияларында булды.

Фармацевтика предприятиеһы директоры Владимир Крейман һүҙҙәренсә, бында йыл һайын 90 миллион ҡаптан ашыу дарыу етештерелә. Быйыл һөт биҙе яман шешенә ҡаршы дарыуҙар һәм ҡан ойошоуын булдырмаусы препараттар сығарыу яйға һалынды.

Әлеге ваҡытта предприятиела яңы етештереү комплексы төҙөлә башланы, участкалар һәм ҡорамалдар яңыртыла. 2017 йылда инвестициялар күләме 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

2018 йылда «Фармстандарт» компаниялар төркөмө етәкселеге бында алты оригиналь дарыу төрөн сығарырға, шулай уҡ технологиялар трансферы иҫәбенә 86 препарат төрөн етештерергә күҙаллай.

— «Өфөвита» предприятиеһы импортты алмаштырыу буйынса хәлде яҡшы файҙаланды,  – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Өс-дүрт йыл элек етештереү күләме 7 миллиард һум тирәһендә ине, бөгөн был һан 20 миллиард һумға етте. Был һуңғы сик түгелдер һәм етештереү күләме, һис шикһеҙ, артыр тип ышанам.

«Фармстандарт-Өфөвита» асыҡ акционерҙар йәмғиәте моно һәм поливитамин препараттар етештереү буйынса Рәсәй Федерацияһында алдынғы булып тора. 2003 йылдан «Фармстандарт» компаниялар төркөмөнә инә. Предприятиеның дөйөм майҙаны – 42 мең квадрат метр, унда 19 етештереү линияһы урынлашҡан. Предприятиеның продукцияһы бөтә Рәсәй буйынса һатыла, шулай уҡ БДБ илдәренә лә сығарыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть