Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Константин Толкачев Волга буйы федераль округында закондар сығарыуҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы биләмәһендә закондар сығарыу эшмәкәрлеген үҫтереүгә индергән байтаҡ ҙур өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкилдең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.

Награданы Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһының LII ултырышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тапшырҙы. Шундай уҡ наградалар менән Татарстан Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Ульяновск өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Анатолий Бакаев бүләкләнде. Михаил Бабич бүләкләнгән һәр парламентарийҙың закондар сығарыу үҫешендәге ҡаҙаныштарын һанап үтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть