Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә быйыл йылғалар ғәҙәттәгенән өс аҙнаға һуңыраҡ боҙ менән ҡаплана башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ноябрь айы йылы булыу һөҙөмтәһендә быйыл Башҡортостанда Ағиҙел йылғаһы бассейндары өс аҙнаға һуңыраҡ боҙ менән ҡаплана башлана.

Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республиканың тау йылғаларында һәм Ағиҙел йылғаһы башында йөҙөп йөрөгән боҙҙар һәм яр буйҙарында тәүге боҙ һыҙаттары тик 22-24 ноябрҙә барлыҡҡа килде, ул ғәҙәттәгенән 19-22 көнгә һуңыраҡ. Бында 1-2 декабрҙә яртылаш боҙ туңды.

Павловка һыу һаҡлағысы акваторияһы 25-26 ноябрҙә бер тигеҙ боҙ менән ҡапланды, был уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 20-26 көнгә һуңыраҡ. Әлеге ваҡытта йылғала боҙ һыҙаттары, сыйҙым һәм көҙгө боҙ китеү күҙәтелә.

«Ағиҙел йылғаһында йөҙөп йөрөгән боҙ ваҡыты уртаса 6-12 көн тәшкил итеүен иҫәпкә алғанда йылғаның тулыһынса боҙ менән ҡапланыуы декабрҙең икенсе декадаһында көтөлә, ә Ҡариҙел йылғаһының Павловка һыу һаҡлағысынан түбәнерәк участкала боҙ күренештәре барлыҡҡа килеүе мөмкин», — тип аңлатты Башгидромет.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть