Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Өфө II ҡаласағы» иртә урта быуат костюмдары күргәҙмәһе асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында «Өфө II ҡаласағы. Кешеләр. Мода. Йолалар» күргәҙмәһе асылды.

Экспозицияла Өфө II ҡаласағында йәшәгән – Мәзүнин һәм Турбаҫлы археология мәҙәниәттәренә ҡараған иртә урта быуат халҡы костюмдарының тарихи реконструкциялары тәҡдим ителгән. Бынан тыш, музейға килгәндәр 2006-2017 йылдарҙа ҡаласыҡта ҡаҙыу эштәре барышында табылған ҡыҙыҡлы нәмәләр менән таныша ала.

Күргәҙмәне асыуҙа Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Алексей Пешков, тарихи костюм, ҡорал, эш ҡоралы һәм биҙәүестәр реконструкторҙары Ғәлинур Зарипов, Антон Сухарев, Артем Белявский ҡатнашты.

Костюмдарҙы реконструкциялау эше ныҡлы тарихи базаға нигеҙләнгән: Өфө II ҡаласағындағы артефакттарҙан тыш, Әгәсә, Юғамаш, Иҫке Ҡабан, Бөрө, Яңы Турбаҫлы, Дежнев, Өфө биләмәһе ҡәберлектәрендә табылған материалдар ҡулланылған.

Музей-ҡурсаулыҡ директоры Гәүһәр Батталова билдәләүенсә, кейем эшләү, ювелир эше, тимерсе һәм һөйәк ҡырҡыу кәсептәре өлкәһендә киң даирә белгестәрен йәлеп итеү менән иртә урта быуат костюмдарын тергеҙеү тәжрибәһе Башҡортостан музейҙары араһында тәүгеләрҙән булып тора.

Күргәҙмә 2018 йылдың 15 мартына тиклем эшләй. Сара Урман техникумы урамы, 49 адресы буйынса бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть