Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәр үҙ иҫәптәрендә күпме аҡса тота: Милли банкта сумманы атанылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 1 ноябренә физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 347,5 миллиард һум тәшкил иткән. Йыл башына үҫеш темпы 103,1 процент булған.

1 октябргә республика халҡы банктағы иҫәбендә 349,8 миллиард һум аҡса тотҡан.

Йыл башында халыҡтың банктағы иҫәбендә 337 миллиард һум иҫәпләнгән.

Дөйөм алғанда, ноябрь башына физик берәмектәрҙең кредит ойошмаларындағы вкладтары 24 862,3 миллиард, 1 ғинуарға иһә 24 303,4 миллиард һум тәшкил иткән.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 62 кредит ойошмаһы эшләй. Был 1037 банк бүлексәһе тигән һүҙ. Төбәктә эшләгән банк бүлексәләренең һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть