Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт медицина университетының бишенсе курс студенты — Рәсәйҙә иң яҡшы студент-хирург

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡорт дәүләт медицина университетындағы дауалау факультетының бишенсе курсында белем алған Ринат Ғарипов студенттарҙың хирургия буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһында Гран-приға һәм алтын скальпелгә лайыҡ булды.

Дөйөм иҫәптә БДМУ командаһы беренсе урынды яуланы. И.И. Мечников исемендәге Төньяҡ-Көнбайыш дәүләт медицина университеты һәм Воронеж медицина университеты вәкилдәре икенсе булһа, Һамар дәүләт медицина университеты, Ставрополь дәүләт медицина университеты һәм Һарытау дәүләт медицина университеты командалары өсөнсө урынды бүлеште.

Башҡорт дәүләт медицина университетының матбуғат үҙәгендә билдәләүҙәренсә, олимпиадала 21 команда, шул иҫәптән Гайдельберг университетының Мангейм медицина факультеты (Германия), Сычуань университеты, Харбин медицина университетаы (Ҡытай), И.К. Ахунбаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт медицина академияһы студенттары, шулай уҡ БДМУ-ның интернациональ командаһы ҡатнашты, уның составында Һиндостандан, Тажикстандан, Әрмәнстандан студенттар бар ине.

БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы әйтеүенсә, олимпиада барышында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Башҡортостандың юғары уҡыу йортонда әҙерләнгән хирургия йүнәлешендәге белгестәрҙе аккредитациялау моделе тәҡдим ителде.

Командаларҙың эшен Рәсәйҙең билдәле хирургтары, илдең медицина вуздары профессорҙары: Игорь Комиссаров, Михаил Коржук, Эллар Кчибеков, Надежда Маркелова, Мәжит Нартайлаков, Дмитрий Нарезкин, Владимир Плечев, Ҡылысбәк Садығәлиев, Илдар Суфияров, Мәхмүт Тимербулатов, Илдар Һиҙиәтов, Вадим Шевченко, Шибо Сан, Лиу Ян, профессор Жен Ю һәм башҡалар баһаланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть