Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалабыҙҙа Салауат Юлаев һәйкәле авторы исемендәге урамдың барлыҡҡа килеүе ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Салауат Юлаев һәйкәле авторы, билдәле скульптор Сосланбәк Тавасиев исемендәге урамдың барлыҡҡа килеүе ихтимал. Быйыл ҡаланың һәм республиканың символына әүерелгән статуяға 50 йыл тулды.

Ҡала Советының конкурс комиссияһы ғаризаларҙы ҡарай башланы. Өфөләр урам, сквер, ҡала майҙандары исемдәренең 100-ҙән ашыу вариантын ебәргән. Баш ҡалала йәшәүселәр Европа һәм донъя чемпионы булараҡ боҙҙа мотоуҙыш тарихына инеп ҡалған мотоспорт легендаһы Ғабдрахман Ҡадировтың иҫтәлеген мәңгеләштерергә тәҡдим итә. Ғабдрахман Ҡадиров уҙышсылар араһында тәүгеләрҙән булып алты донъя чемпионы исемен яуланы һәм уның боҙҙағы рекорды 38 йыл дауам итте.

Конкурсты ойоштороусы — Өфө ҡала Советы. Ҡала халҡынан ғаризалар 6 декабргә ҡабул ителде. Бәйгегә 13 декабрҙә йомғаҡ яһала. Еңеүселәрҙе бүләкләү ҡаралған, әммә иң мөһиме: урамға атама биреү тураһында ҡарар ҡабул иткәндә депутаттар идея авторын да билдәләп үтергә теләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть