Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

9 һәм 10 декабрҙә өфөләрҙе ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

9 һәм 10 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙа. Ял көндәрендә Өфөнөң барлыҡ райондарында сифатлы продукция, шул иҫәптән ит һатып алырға мөмкин.

Шәмбе түбәндәге майҙансыҡтар эшләй:

— Дим районында — «Магнит» гипермаркеты алдында (Дағстан урамы,2);

— Калинин районында — Интернациональ урамында — Машина эшләүселәр урамы менән киҫелештә;

— Ленин районында — Солтанов урамындағы 2-се йорт эргәһендә һәм Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында;

— Орджоникидзе районында — Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

— Совет районында — Йәштәр һарайы алдында.

9 һәм 10 декабрҙә Өфөнөң Киров, шулай Октябрь райондарында һәм Сипайловола ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола.

2 һәм 3 декабрҙә баш ҡалаға Башҡортостандың 38 районынан ауыл хужалығы продукцияһы тейәлгән 759 автомашина килде. Ике көн эсендә 67,8 тонна ит һәм 8,3 тонна ҡош ите, шулай уҡ 4,4 тонна картуф, өс тонна йәшелсә һәм дүрт тонна бал һатылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть