Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда сәк-сәктән ҙур шыршы бешерәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Яңы йыл алдынан баш ҡалалағы ҙур сауҙа-күңел асыу үҙәктәренең береһендә 10 декабрҙә сәк-сәктән шыршы бешерәләр. Ризыҡты теләгән һәр кем тәмләп ҡарай ала.

Ғәҙәти булмаған шыршыны ҡунаҡтар, эстрада йондоҙҙары шәкәр пудраһы, топпингттар һәм башҡа тәм-том менән биҙәй. Был турала «Башинформ» агентлығына республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Сәк-сәктән шыршы өсөн 200 килограм он, 360 йомортҡа, 50-шәр килограмм шәкәр һәм бал, 50 литр үҫемлек майы, 8 килограмм иретелгән май кәрәк.

Байрамда опера йырсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Геннадий Родионов, танылған автор-башҡарыусы, пародиясы Александр Лынник, һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу сығыш яһай.

Ойоштороусылар  — «bUffet» рестораторҙар клубы билдәләүенсә, шыршы рәүешендәге сәк-сәк символик мәғәнәле Яңы йыл өҫтәленең биҙәге булып тора. Бындай һый илебеҙҙәге мосолман халҡының ҡунаҡсыллығын, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йолаларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Байрам көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть