Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала 9 йәшлек малай петарда шартлатҡанда күҙен йәрәхәтләгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Асҡын ауылында байрам фажиғә менән тамамланды. 6 декабрҙә 9 йәшлек малай ата-әсәһе менән бергә тышҡа петарда ҡабыҙырға сыҡҡан. Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фейерверктарҙың береһе уҡыусының ҡулында шартлаған.

«Бала ауыр йәрәхәтләнгән, урындағы дауаханаға оҙатылған, һуңынан Өфөгә махсус дауалау учреждениеһына күсерелгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Тәфтиш комитетында.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына тәфтиш-оператив төркөм килде, ул бер нисә экспертиза тәғәйенләне. Шунан һуң процессуаль ҡарар ҡабул итеү ҡаралған.  

Әле малайҙың хәле тураһында мәғлүмәт асыҡлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть