Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Баш ҡалалағы иң яҡшы атай-2017» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Баш ҡалалағы иң яҡшы атай-2017» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды. Ул иң яҡшы ғаилә традицияларын һаҡлаусы тип танылды.

Миңлеғәфүр Зәйнетдинов — ҡумыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, республиканың мәғариф отличнигы. Гөлгөнә һәм Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар өс бала тәрбиәләй. Уларҙың барыһы ла йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай, төрлө фестиваль һәм конкурс лауреаттары.

Ләйсән Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дүртенсе курсында уҡый, институттың мәҙәни секторын етәкләй, студент сараларына сценарийҙар яҙа. Азамат — Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 11 класс уҡыусыһы, бейей, йырлай, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, гитарала һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнай, каратэ менән мауыға. Кесе ҡыҙҙары Илүзә Өфөнөң Киров районындағы 51-се балалар баҡсаһына йөрөй, музыкаль конкурстарҙа ҡатнаша һәм ҡумыҙ сиртә.

Зәйнетдиновтар ғаиләһенең ижади конкурстағы сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, улар башҡорттарҙың боронғо уйын ҡоралы — ҡумыҙ моңон ишеттерҙе. Шулай уҡ халыҡ инструменттары, виртуоз ҡумыҙсы һәм уның ғаиләһенең наградалары менән таныштырыу булды.

Бәйгенең беренсе этабына 44 ҡатнашыусы ғариза бирҙе, уларҙың 12-һе финал этабына үтте. Финал этабында конкурсанттар ижади сығыш — визитка, ғаилә видеоһы һәм ғаилә ҡаҙаныштары күргәҙмәһен әҙерләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть