Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә. Был турала республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр иттеләр. 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҡыусылар өсөн традицион байрам ойошторола.

Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән тора: шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән әкиәти тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары һәм башҡалар ҡатнаша. Режиссеры — Илшат Фәхертдинов, сценарий авторы — Владимир Аношкин, музыкаль етәксеһе — Эдуард Исламов, ҡуйыусы-рәссамы — Светлана Мөхәмәтгәрәева.

Татлы бүләктән һәм йомшаҡ уйынсыҡтан тыш, һәр ҡатнашыусыға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡултамғаһы менән открытка, шулай уҡ Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» китабы тапшырыла.

Яңы йыл шыршыһына уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары саҡырыла.

Теги: Яңы йыл-2018
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть