Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин ил хөкүмәтенең Рәсәй спортсыларына 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуға ҡаршы төшмәйәсәген белдерҙе

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй спортсылары ил хөкүмәтенән Көньяҡ Кореяның Пхёнчхане ҡалаһында 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуға хуплау алды. Рәсәй Президенты Владимир Путин Горький автомобиль заводы эшселәре менән әңгәмәлә ил хөкүмәтенең Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль статуста ҡатнашыуына ҡамасауламауын белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.

«Шәхси сифатта ҡатнашырға теләүсе спортсыларыбыҙға, бер һүҙһеҙ, ҡамау иғлан итмәйбеҙ, [Уйындарҙа] ҡатнашыуға ҡамасауламайбыҙ», — тине дәүләт башлығы.

Владимир Путин иғтибар итеп, күп кенә спортсыларҙың, шул иҫәптән ул шәхсән белгәндәрҙең «ғүмере буйына был ярыштарға барыуын» билдәләне .«Улар бөтә карьераһы дауамында был старттарға әҙерләнә, улар өсөн был бик мөһим. Был уй-фекерҙән сығып, бер кемде лә тыймайбыҙ, бер кемгә лә ҡаршылыҡ күрһәтмәйбеҙ, ҡатнашмаҫ өсөн шарттар булдырмайбыҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы. «Беҙгә барыбер ҡағыҙҙағы ҡарарҙарҙы ентекләп өйрәнергә, уларҙы белергә кәрәк», — тип өҫтәне ул.

«Аҙаҡҡы ҡарарҙы, әлбиттә, Олимпия йыйылышы ҡабул итергә тейеш», — тип йомғаҡланы президент был сараның яҡын көндәрҙә булыуын хәтергә төшөрөп.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть