Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостандың Урал аръяғында газ тултырыу станциялары селтәрен үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республика етәкселеге Урал аръяғында автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары селтәрен үҫтерергә ниәтләй. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы сиктәрендә пленар ултырышта белдерҙе.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 15 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй, уларҙың 13-ө — «Газпром»ға, ә икәүһе шәхси компанияларға ҡарай, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

— Беҙҙең ҡеүәттәр Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә урынлашҡан автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы ҡеүәттәренең яҡынса 10 проценты. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙ һәм иҡтисадтағы өлөш – өс процент самаһы. Йәғни халыҡ иҫәбенә һәм сағыштырма иҡтисади күрһәткестәргә тәбиғи газды мотор яғыулығы сифатында ярайһы уҡ күберәк ҡулланабыҙ. Был эште дауам итербеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. –  Быйыл мотор яғыулығы сифатында 29 миллион кубометр газ файҙаланылған. Был Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә эшләгән бөтә газ тултырыу станциялары күләменең яҡынса бер проценты, уға дизель яғыулығы һәм бензин инә. Ысынында иһә был алға табай яҡшы аҙым.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостандың «Газпром» менән тығыҙ партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылған. «Газпром газ-мотор яғыулығы» менән тәбиғи газды ҡулланыуҙы киңәйтеү тураһында ике яҡлы килешеү төҙөлгән.

— «Газпром» яҡшы финанслай һәм күпләп газ тултырыу станцияларын төҙөй башланы, ә улар, асыҡланыуынса, ҡиммәт объекттар. Улар тиҫтәләгән миллион һум тора, ысынлап та, «Газпром»дың ярҙамы булмаһа беҙ бындай эште атҡара алмаҫ инек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостандың Урал аръяғында газ тултырыу станциялары селтәрен үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Силәбе, Ырымбур өлкәләре йүнәлешендә эшләйбеҙ. Яҡын ваҡытта Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә алты яңы газ тултырыу станцияһын төҙөү тураһында килешеү төҙөләсәк.

Башҡортостан Башлығы автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияларын мөһим федераль һәм халыҡ-ара трассалар буйында төҙөү кәрәклеген билдәләне.

— «Европа – Көнбайыш Ҡытай» халыҡ-ара транспорт коридоры проекты тормошҡа ашырылыр тип ышанабыҙ. Ошо трасса буйлап газ тултырыу станцияларын төҙөргә һәм 50-60 саҡрым һайын күп яғыулыҡ ҡойоу станцияларын булдырырға ине, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республика аша М-5, М-7 трассалары үтә. Улар яҡын киләсәктә газ-мотор инфраструктураһы объекттары менән тәьмин ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть