Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика вәкилдәре 2017 йылда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡаҙағстанда 2017 йылда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһын ябыу тантанаһы уҙҙы. Гала-концертта 11 илдән һәм төбәктәрҙән талантлы йырсылар һәм бейеүселәр булды. Башҡортостандан төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусы Заһир Зәйнетдинов һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зилиә Бәхтиева сығыш яһаны.

Төркөстанда, Хужа Әхмәт Йәсәүи ҡалаһында ТӨРКСОЙ даими советының XXXV ултырышы һәм 2017 йылда Төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһын ябыу программа тантанаһы үтте. Даими совет ултырышында мәҙәниәт министры һәм мәҙәниәт министрлыҡтары, Төрки академия, ТРТ телеканалы, Хужа Әхмәт Йәсәүи исемендәге университет, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

2018 йылда Төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы итеп Төркиәнең Кастамону ҡалаһы һайланды. Даими совет 2018 йылда Азербайжан композиторы Кара Караевтың 100 йыллығы, Ҡаҙағстан яҙыусыһы Магжан Жумабаевтың 125 йыллығы, Ҡырғыҙстан яҙыусыһы Сынғыҙ Айтматовтың 90 йыллығы менән бәйле юбилей сараларын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Дюсен Касеинов 2018-2020 йылдар осорона ТӨРКСОЙ-ҙың генераль секретары вазифаһына ҡайтанан һайланды.

Даими советтың XXXV ултырышында һынлы сәнғәт өлкәһендә Премиялар тапшырылды. Лауреаттар 19-20-се пленэр йомғаҡтары буйынса билдәләнде. Даими совет ултырышы йомғаҡлау ҡағыҙҙарына ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Концерт программаһы аҙағында төрки донъяның мәҙәни баш ҡалаһы символын Кастамону ҡалаһы вәкилдәренә тапшырыу тантанаһы булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть