Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө кешеһе бәлиғ булмаған танышын халыҡ күп йөрөгән урында үҙен шартлатырға өндәгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә террор төркөмө ағзалары әҙерләгән теракт хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды. 2016 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығы һәм Эске эштәр министрлығы махсус операция үткәрҙе, һөҙөмтәлә Өфөлә йәшәгән 35 йәшлек ир ҡулға алынды. Ул үҙенең «Ислам дәүләте» халыҡ-ара террор ойошмаһын яҡлауын раҫлау өсөн республиканың баш ҡалаһында теракт ҡылырға ниәтләгән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эҙләү эштәре барышында унда ҡулдан шартлатыу ҡулайламаһын әҙерләү өсөн тәғәйенләнгән компоненттар һәм матдәләр табылған. Шулай уҡ терактты әҙерләгәндә ир үҙенең бәлиғ булмаған танышын енәйәттә ҡатнашырға — халыҡ күп йөрөгән урында үҙен шартлатырға мәжбүр итергә теләүе асыҡланған.  

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенә ярашлы, артабан Һамарҙа Өфө кешеһенең 35 йәшлек енәйәттәше тотолған, унан автомат һәм боеприпастар тартып алынған. Шулай уҡ оперативниктар һәм тәфтишселәр Өфөлә йәшәгән 63 йәшлек ҡатындың хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлектә ҡатнашлығын раҫлаған дәлилдәр йыйған. Ул вербовка менән шөғөлләнгән, ирҙәргә аҡса биргән. Компьютер техникаһы, экстремистик йүнәлештәге текстар тартып алынған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, суд ирҙәрҙе «Рөхсәтһеҙ шартлатҡыс матдәләрҙе йәки шартлатыу ҡулайламаларын һатып алыу, һаҡлау, һатыу», «Рөхсәтһеҙ ҡорал һатып алыу», «Алдан килешеү буйынса төркөм тарафынан ҡылынған террор акты» статьялары буйынса 16 һәм 13 йылға ҡаты режимлы колонияға оҙатты. Ҡатын терактты ойоштороуҙа әҙерлек һәм «киң мәғлүмәт сараларын йәки интернет селтәрен файҙаланып, террор ғәмәлен тормошҡа ашырыуға саҡырған» өсөн 10 йылға иркенән мәхрүм ителде. Бынан тыш, һәр кемгә 200-500 мең һум штраф һалынды.

Суд ҡарары үҙ көсөнә инмәгән. Яҡтар хөкөм ҡарарына ялыу бирә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть