Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан каратистары Сочиҙа Европа беренселегендә сығыш яһай

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Бөтә илдән 800-ҙән ашыу спортсы 21 йәшкәсә кадеттар, юниорҙар һәм спортсылар араһында WKF каратэ буйынса «Рәсәй өмөттәре» бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнаша.

Башҡортостандан 19 спортсы сығыш яһай. Улар дөйөм команда зачетында алтынсы урын алды, ә ҡайһы берәүҙәре Сочи ҡабул итәсәк Европа беренселегенә һайлау үтте.

«Далия Әсәҙуллина һәм Радмир Насыров үҙ ауырлыҡ категорияларында еңеүсе булды. Юлиә Коняева һәм Эрнест Шәрәфутдинов көмөш миҙалдар яуланы. Регина Зиалтдинова бронза наградаға лайыҡ булды», — тип мәғлүмәт бирҙеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Көмөш призерҙарҙың Европа ярыштарына инеү мөмкинлеге бар әле, әммә уның өсөн күп көс һалырға кәрәк булыр.

Теги: каратэ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть