Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Импортты алмаштырыу: республикала лифт ҡорамалдарын етештереү үҙләштерелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Стәрлетамаҡта, «Руско Лифт» предприятиеһында Башҡортостан өсөн яңы продукция – лифт ҡорамалдарын сығарыу үҙләштерелгән.

«Предприятиеның проект буйынса етештеү ҡеүәте йылына дүрт мең лифт тәшкил итә. Продукция бөтә заманса технологик талаптарға яуап бирә», — тип билдәләне Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Елена Вершинина.

Импортты алмаштырыу һәм предприятиеһының етештереү кимәлен арттырыу сиктәрендә «Руско Лифт» 2016 йылда Көньяҡ-Корея компанияһы менән берлектә лифт менән идара итеү системаһын һәм лифттың механик өлөштәрен етештереү буйынса ике уртаҡ предприятие төҙөнө. Уның проект ҡеүәте — 10 мең лифт комплекты.

Стәрлетамаҡ предприятиеһы ҡорамалдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы, Силәбе, Төмән, Ханты-Манси, Сочи, Нижневартовск, Тольятти, Липецк, Ял Саллы, Екатеринбург һәм Мичуринск ҡалаларында ҡуйылған да инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть