Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө авиация техник университеты студенты Рәсәйҙең биш алдынғы юғары уҡыу йорто вәкилдәре иҫәбендә Юрий Маслюков исемендәге стипендия аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Руслан Уразбахтин Юрий Маслюков исемендәге персональ стипендияға лайыҡ булды.

Быйыл Өфө авиация техник университеты вәкиленән тыш биш стипендиат араһында Рәсәйҙең тағы дүрт юғары уҡыу йорто: Улар Томск Милли тикшеренеүҙәр политехника университеты, Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты, Волгоград дәүләт университеты, Новосибирск дәүләт техника университеты студенттары, тип аңлаттылар авиация университетының матбуғат хеҙмәтендә.

Белешмә. Юрий Дмитриевич Маслюков исемендәге персональ стипендия оборона-сәнәғәт комплексы ойошмалары өсөн кадҙар әҙерләүҙе тәьмин иткән мәғариф программалары буйынса белем алыусы юғары уҡыу йорто студенттарына бирелә. 2011 йылда илдең элекке вице-премьеры Юрий Маслюковтың исемен мәңгеләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйылды – уның исеме менән урамдар аталды һәм Рәсәй юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн стипендия булдырылды. Һуңғы йылдарҙа Юрий Маслюков Дәүләт Думаһының Сәнәғәт буйынса комитетын етәкләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть