Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.83 ↓

EUR 69.29 ↑

13 декабрь, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Владимир Путиндың 2018 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу ҡарары законға ярашлы һәм Башҡортостанда йәшәүселәр менән көтөп алынған»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Владимир Путиндың 2018 йылда Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашыу ҡарарын тулыһынса хуплайым. Ул, бер һүҙһеҙ, законға ярашлы һәм Башҡортостанда йәшәүселәр менән көтөп алынған, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Владимир Владимирович – илде берләштерә, йәмғиәтте, бөтә Рәсәй халҡын туплай алған милли лидер. Ул илдең киләсәген, тарихта уның эшен аныҡ күрә. Асыҡ эш программаһы бар. Ә иң мөһиме ул, шул иҫәптән ябай булмаған иҡтисади ысынбарлыҡта һәм ҡатмарлы халыҡ-ара хәлдә баһалап бөтөргөһөҙ дәүләт менән идара итеү тәжрибәһенә эйә».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин дүртенселәй ил башлығы булып барырға әҙерлеге тураһында Түбәнге Новгородта ГАЗ автомобиль заводы ветерандары һәм эшсәндәре менән осрашыуҙа иғлан итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть