Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө моделе София Сөләймәнова «World Miss University-2017» исеме өсөн көрәшәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Өфө моделе Ер шарының төп студент конкурсында «World Miss University-2017» («Донъя университеты мисы-2017») матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнаша. Конкурс 5 декабрҙә Камбоджа короллегендә башланды һәм 23 декабргә тиклем дауам итә. Унда 90-дан ашыу илдән һылыу ҡыҙҙар ҡатнаша.

Бәйгелә Башҡортостан Республикаһынан Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты, «Мисс Башҡортостан» модель агентлығы тәрбиәләнеүсеһе София Сөләймәнова сығыш яһай. Ҡыҙға 19 йәш, ул матур йырлай, университет тормошонда әүҙем ҡатнаша, яҡшы уҡый һәм инглиз телендә иркен аралаша, тип яҙылған модель агентлығының «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөндә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть