Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Владимир Путин 2018 йылда Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында иғлан итте

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Владимир Путин 2018 йылда Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашыуы хаҡында иғлан итте, тип яҙа ТАСС агентлығы. Был турала дәүләт башлығы ГАЗ автомобиль заводы ветерандары һәм эшсәндәре менән осрашыуҙа белдерҙе.

«Эйе, мин Рәсәй Федерацияһы президенты вазифаһына дәғүә итәсәкмен», — тип белдерҙе ул.

Дәүләт башлығының һүҙҙәрен алҡыштар менән ҡаршы алдылар. «Был яуабығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә», — тип автомобиль заводы коллективына мөрәжәғәт итте Владимир Путин.

«Хеҙмәтегеҙ, эшкә, илгә ҡарата мөнәсәбәтегеҙ өсөн рәхмәт», — тип дауам итте ул. «Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам», — тип айырып әйтте президент.

Владимир Путиндың вәкәләт ваҡыты 2018 йылдың 7 мартында тамамлана.

2018 йылда Путин президентҡа дәғүәсе сифатында һайлау алды кампанияһында дүртенсегә ҡатнаша. Һайлауҙа еңгән осраҡта дәүләт башлығы вазифаһын 2018 йылдан 2024 йылға тиклем тағы алты йыл биләйәсәк. Рәсәйҙең дәүләт башлығы итеп ул беренсе тапҡыр 2000 йылда 4 йылға һайланғайны.

Теги: һайлауҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть