Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған ике бала әсәһе иренә йәшерен номерҙан шылтыратҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 31 йәшлек ике бала әсәһе Светлана Мульдрякова бәйләнешкә сыҡты. Ҡатынды тормош иптәше һәм полиция эҙләй. «Башинформ» агентлығына уның ире Анатолий һөйләүенсә, Светлана йәшерен номерҙан шылтыратҡан.

«Бөгөн төшкә ҡарай ул йәшерен номерҙан шылтыратты, мин был ваҡытта балалар менән медицина тикшереүе үтә инем. Унан һуңғараҡ шылтыратыуын һораным. Был ҡатынымдың тауышы ине. Тыныс ҡына һөйләште. Ҡабаттан шылтыратманы», — тип хәбәр итте Анатолий.

Уның һүҙҙәренсә, быға тиклем дә ҡатындың өйҙән сығып китеү осраҡтары булған.

«Балалар әсәләренең ҡайҙалығын һорай, әлбиттә. Әлегә полициянан уның тураһында хәбәрҙәр юҡ. Бөгөн тәфтишсегә шылтыратам», — тип өҫтәне Светлананың ире.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ул ире менән 15 ноябрҙә телефондан һөйләшкән. Бишбүләк районының Ҡушйылға ауылында йәшәгән ҡатын ҡыҙын Бөрөләге коррекция мәктәп-интернатында ҡалдырған. Бөрөнән ул Өфөгә киткән, унан Бәләбәйгә барырға, һуңынан өйөнә ҡайтырға тейеш булған, ләкин юғалған.

Ир менән ҡатын 11 йыл бергә йәшәй. Ғаиләнең ике балаһы — туғыҙ йәшлек улдары һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙҙары бар.

Фотолағы ҡатынды танығандарҙы һәм уның ҡайҙалығын белгәндәрҙе 02 (полиция), 8-906-370-79-00 (иренең телефоны) һандары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть