Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында Башҡортостан делегацияһын етәкләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә XI «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында республикабыҙҙың рәсми делегацияһын етәкләй.

Республика етәксеһе 2017 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» өҫтөнлөклө проектын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында кәңәшмәлә ҡатнаша. Уны Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев алып бара.

Делегация эшенең программаһында эшлекле осрашыуҙар, кәңәшмәләр, юл тармағын һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса панель дискуссияларҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу ҡаралған.

Бөгөн форум барышында ойошторолған XI «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды. Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, ил Президентының тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

Күргәҙмәлә республиканың транспорт һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур инфраструктура инвестиция проекттарына арналған стенд ҡуйылған. Стендтың экспозицияһын көн һайын яңыртыу ҡаралған. Бөгөн бында «Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы» проектын бойомға ашырыуҙың мөмкинлектәре һәм өҫтөнлөктәре менән танышырға мөмкин ине. Артабанғы көндәрҙә экспозициялар төбәк биләмәһендә «Европа – Көнбайыш Ҡытай» транспорт коридорын төҙөүгә, юғары тиҙлекле транспортты үҫтереүгә һәм Өфөләге электр транспортын комплекслы модернизациялауға, шулай уҡ дәүләт-шәхси партнерлыҡ форматында тормошҡа ашырыу күҙалланған башҡа ҙур проекттарға бағышлана.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов транспорт комплексы ойошмаларының экспозициялары, тармаҡтың алдынғы инновацион технологиялары менән танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть