Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылында II «Барыня-йыр» төбәк-ара рус йырын яңғыҙ башҡарыусылар конкурсы уҙҙы.

Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Стәрлетамаҡ районы хакимиәте сығыш яһаны.

Конкурста төрлө йәштәге яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты, уларҙың иң бәләкәйҙәренә алты йәш булһа, иң олоһона 72 йәш ине. Бәйгегә Межгорье ҡалаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Силәбе өлкәһенән һәм Татарстандан йырсылар килгәйне.

Уларҙың башҡарыу оҫталығын  Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендәге «Забава» рус халыҡ уйын ҡоралдары ансамбленең художество етәксеһе (Өфө ҡалаһы), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Виктор Ярцев, Ырымбур дәүләт сәнғәт институты доценты Светлана Банникова, Пермь дәүләт мәҙәниәт институты доценты Әлфиә Әғләмйәнова баһаланы.

«Шуныһы ҡыуаныслы: конкурста алты йәштән 72 йәшкәсә йырсылар ҡатнашты. Тимәк, рус йырына булған һөйөү быуындан быуынға тапшырыла килә. Рус йыры йәшәй! Йыр — ул байрам ғына түгел, ныҡышмалы хеҙмәт тә. Ике көн буйына барған бәйге һәр кемдең күңелендә изге эҙ ҡалдырыр тип ышанабыҙ», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты проекттың авторы һәм сараның координаторы Наталья Кондакова.

6-11 йәшлектәр араһында Салауат ҡалаһынан София Мөхәмәтдинова —  беренсе, Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан Полина Козлова —  икенсе, Стәрлетамаҡ районынан Татьяна Тупичкина өсөнсө дәрәжә лауреат исемен алды.

12-15 йәшлектәр араһында — Мира Аникеева (Салауат ҡалаһы), 16-24 йәш категорияһында — Юлиә Патраева (Стәрлетамаҡ районы), 25-42 йәшлектәр араһында Екатерина Бережная (Иглин районы) беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. 43 йәштән өлкәндәр араһында Татарстандың Баулы районынан Валентина Данилина еңеү яуланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть