Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Пхенчхандағы Олимпиадала Башҡортостандан 30 спортсының ҡатнашыуы ихтимал

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Ошо көндәрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй спортсыларына «хөкөм» сығарҙы: 2018 йылда Пхенчхандағы Олимпиадала ҡатнашырға мөмкин, ләкин улар нейтраль флагтар аҫтында сығыш яһарға тейеш. Еңгән осраҡта Олимпия уйындары гимны яңғырай һәм олимпия флагы күтәрелә. Хәҙер бөтә ил өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға икәнлеге тураһында уйлай: «Барырға ярамай ҡалырға».

Көньяҡ Кореялағы Олимпиадала ҡатнашыусылар араһында Башҡортостан спортсыларының да исемдәре бар. Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй йыйылмаһының яҡынса исемлегенә биатлон, бобслей, скелетон, саңғы ике алышы, саңғы менән трамплиндан һикереү, сноуборд, фристайл, хоккей, шорт-трек буйынса 30-ҙан ашыу спортсы индерелгән.

Әле Семен Елистратов (шорт-трек), Антон Бабиков (биатлон), Эрнест Яхин (саңғы ике алышы), Дмитрий Васильев, Илмир Хәзетдинов (икеһе лә — саңғы менән трамплиндан һикереү) һәм башҡалар XXIII ҡышҡы Олимпиадаға әҙерләнә. Өфөнөң «Ағиҙел» клубы хоккейсыларының һәм бобслейсы Ильвир Хузиндың олимпия уйындарында ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһе хәл ителмәгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 декабрҙә Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Томас Бах Рәсәй спортсыларының 2018 йылғы Уйындарҙа ҡатнашыуы буйынса ҡарарҙы иғлан итте.

Шаршамбы, 6 декабрҙә, Рәсәй президенты Владимир Путин ил йыйылмаһының Олимпиадала ҡатнашыуына ҡарата үҙ фекерен әйтер, моғайын.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть