Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә бензин һәм дизель яғыулығы ҡиммәтләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика статистары Өфөләге яғыулыҡ ҡойоу станцияларында хаҡтар артыуын теркәгән.

Башҡортостанстаттың аҙналыҡ мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, А-76 маркалы бензин 0,6 процентҡа ҡиммәтләнеп, бер литры 34,50 һумға еткән.

АИ-92 маркалы бензин хәҙер уртаса 36,36 һум, А-95 һәм артабанғылары 39,53 һум тора. Бер аҙнала ошо маркаларҙың һәр ҡайһыһы 0,4 процентҡа ҡыйбатланған.

Башҡортостандың баш ҡалаһында дизель яғыулығы ла ҡиммәтләнгән. Бөгөн уның бер литры уртаса 39,64 һум тәшкил итә (бер аҙнала +0,4 процентҡа).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть