Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Республика статистары төбәктә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ яһаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Росстат» 2016 йылғы бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың яҡынса йомғаҡтарын иғлан итте.

Уларға ярашлы, уҙған йылдың 1 июленә Рәсәйҙә 36 мең ауыл хужалығы ойошмаһы, 137 мең крәҫтиән (фермер) хужалығы, 38 мең шәхси эшҡыуар, 23 миллион шәхси ярҙамсы хужалыҡ, шулай уҡ 76 мең коммерцияға ҡарамаған ойошма иҫәпләнгән.

Статистар билдәләүенсә, 2006 йыл менән сағыштырғанда илдә, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы иҫәпкә алмағанда, күпселек категориялар буйынса хужалыҡтар һаны аҙайған.

Барлыҡ категориялы хужалыҡтарҙа ауыл хужалығы культураларын сәсеү майҙандары 6% һәм техник культуралар сәсеү майҙандары 54% артҡан. Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙың иһә 8,5%.

Был осорҙа картуф, мал аҙығы культуралары, йәшелсә һәм баҡса культураларын сәсеү майҙандары кәмегән. Айырыуса картуф сәсеү (32,6%) кәмегән.

Уҙған тиҫтә йылда барлыҡ категориялы хужалыҡтарҙа эре малдар һаны 18% аҙайған.

Сусҡалар — өстән бер өлөшкә, һарыҡ-кәзәләр — 21 процентҡа, ҡош-ҡорт 42 процентҡа күбәйгән.

Башҡортостанға килгәндә, республика буйынса раҫланған яҡынса йомғаҡтарҙың беренсе томы 2017 йылдың декабрендә баҫылып сыға.

Тәүге оператив йомғаҡтар буйынса, Башҡортостан биләмәһендә 700 меңдән ашыу иҫәп алыу объекттары тураһында мәғлүмәт йыйылған.

Бер ауыл хужалығы ойошмаһына уртаса 3170,8 гектар ер тура килгән, крәҫтиән (фермер) хужалығы — 258,7 гектар, шәхси ярҙамсы хужалыҡ — 1,2 гектар, халыҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы — 14,5 гектар. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу һөҙөмтәләре ауыл хужалығы өсөн бик мөһим. Улар ярҙамында хеҙмәт һәм ер ресурстарының барлығын, уларҙы файҙаланыуҙы, ауыл хужалығы культураларын сәсеү майҙандарының структураһын, малдар, техника һаны, етештереү инфраструктураһы һәм ауыл хужалығы етештереүселәре ҡулланған технологиялар тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшереү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть