Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Беҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына бәйле хәлде тамырынан үҙгәртә алдыҡ – Рөстәм Хәмитов

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Президентының май указдары, шулай уҡ федераль Хөкүмәттең һәм төбәк властарының берлектәге эше һөҙөмтәһендә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға мөмкин булды. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәҙәниәт буйынса республика кәңәшмәһендә белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, мәҙәниәт тармағын нығытыу – Башҡортостан хөкүмәте өҫтөнлөктәренең береһе. Һуңғы өс йылда уны үҫтереүгә республика ҡаҙнаһынан 20 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән.

– 1 декабрҙә мин бюджет өлкәһендә, шул иҫәптән мәҙәниәт учреждениеларында эшләгән 240 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡын арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙым, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был ресурстар беҙгә Рәсәй Федерацияһы Президентының май указдарын тулы күләмдә башҡарып сығырға һәм балалар сәнғәт мәктәптәрендәге, урта һөнәри белем биргән уҡытыусыларҙың, дәүләт мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт хаҡын беҙ теләгән күрһәткестәргә еткерергә ярҙам итәсәк. Ундағы һандар бәләкәй түгел.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында биш йылда муниципаль балалар сәнғәт мәктәптәрендәге педагогия хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡы 43 процентҡа артыуын һәм быйыл 26 мең һум самаһы булыуын хәбәр итте. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә етенсе урынды биләй.

– 2010-2012 йылдарҙы иҫкә төшөрәйек, ул саҡта бюджет өлкәһе, атап әйткәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 5-8 мең һум ине. Ләкин хәҙер Президент указдары һәм беҙҙең федераль Хөкүмәт менән берлектәге эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә хәлде тамырынан үҙгәртергә мөмкин булды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Мин хәл идеаль, хеҙмәт хаҡы буйынса теләгән күрһәткескә өлгәштек тип әйтмәйем. Юҡ, әлбиттә. Әлегә беҙ юлдың башында ғына, һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы юғарыраҡ булырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть