Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙән һәм сит илдән 2000 спортсы Өфөлә Халыҡ-ара хәрби сәнғәт форумында ҡатнаша

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

15-18 декабрҙә Өфөнөң «Динамо» спорт комплексында Рәсәйҙең 40 төбәгенән һәм сит илдәрҙән ике меңдән ашыу спортсы, бергә-бер көрәш мәктәптәре вәкилдәре йыйыла. Башҡортостандың баш ҡалаһы «XIV Халыҡ-ара хәрби сәнғәт форумы» үтә.

Ойоштороусыларҙың төп фекере буйынса, форумда бөтә стилдәге каратэ буйынса Бөтә Рәсәй турниры, хәрби бергә-бер көрәш буйынса Рәсәй үҙ-үҙеңде һаҡлау комбаты федерацияһының Асыҡ милли чемпионаты һәм беренселеге, айкидо буйынса халыҡ-ара семинар, ушу, билбауҙа көрәш, тай боксы, ҡул көрәше, ГТФ тхэквондо буйынса асыҡ төбәк-ара һәм республика турнирҙары, мастерҙар семинары һәм бер төркөм федерацияларҙың күрһәтмә сығыштары күҙаллана.

16 декабрҙә сараны асыу тантанаһы була, 17 декабрҙә гала-программа һәм ҡытай, ҡаҙағстан, белорус, украин һәм америка спортсылары ҡатнашлығында көрәш шоуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть