Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан студенты Андрей Вознесенский исемендәге стипендияға лайыҡ булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡорт дәүләт университетының икенсе курс магистранты Динара Кәримова 2017/2018 йылдарға Андрей Андреевич Вознесенский исемендәге персональ стипендияға лайыҡ булды. Ул бөтә Рәсәйҙән башҡа туғыҙ студент иҫәбендә һайлап алыу үтте, тип аңлаттылар юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә. Был стипендия журналистиканы һәм әҙәбиәтте өйрәнеүсе суденттарға бирелә. Һайлап алып критерийҙары араһында: юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә бюджетта уҡыу, юғары академик күрһәткестәр, баҫылған әҙәби, ғилми әҫәрҙәр, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа еңеүҙәр һәм призлы урындар.

Белешмә. Андрей Андреевич Вознесенский – шағир, прозаик, публицист. Уның исеме ваҡыт белмәй һәм мәңге һаҡлана торған әһәмиәткә эйә, тыуған ил мәҙәниәтенә һалған өлөшө шул хәтлем бөйөк, хатта донъя ҡуйғас та уның исеме менән персональ стипендия аталған. Уға юғары уҡыу йорттарынан бөтәһе туғыҙ студент дәғүә итә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть