Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй спортсыларына 2018 йылғы Олимпия уйындарында нейтраль флаг аҫтында сығыш яһарға рөхсәт бирҙеләр – Халыҡ-ара олимпия комитеты

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты рәйесе Томас Бах етәкселегендә ойошма Рәсәй йыйылмаһының 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыуы хаҡында ҡарар сығарҙы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары. Рәсәй спортсылары Көньяҡ Кореялағы Олимпия уйындарында тик нейтраль флаг аҫтында сығыш яһай ала, тип хәбәр ителә.

Олимпиадала Рәсәй гимны яңғырамай, 2018 йылғы Олимпия уйындарына спорт министрлығының бер хеҙмәткәре лә аккредитланмай. Рәсәйҙең спорт буйынса вице-премьеры Виталий Мутко һәм уның элекке урынбаҫары Юрий Нагорный теләһе бер Олимпиадала булыуҙан ғүмерлеккә ситләтелде. Халыҡ-ара олимпия комитетында Рәсәй олимпия комитеты ағзалығы туҡтатылды.

Бынан тыш, Рәсәйҙе илдә допинг системаһы менән бәйле тикшереүҙәргә тотонолған 15 миллион долларҙы ҡайтарырға мәжбүр итәләр.

Алдан Рәсәй спортсылары нейтраль флаг аҫтында сығыш яһамай тип белдергәйнеләр. Рәсәй Олимпия комитеты етәксеһе Александр Жуков, бындай вариант ҡаралмай ҙа, тип әйткәйне. Рәсәй власы ла Уйындарҙа нейтраль флаг аҫтында ҡатнышыуға ҡаршы. Рәсәй Президенты Владимир Путин был «илде түбәнһетеү» тигәйне.

Рәсәйҙең 2018 йылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыуын тыйыу йыл ярым дауам иткән допингҡа ҡаршы тикшереүҙәр менән бәйле. Һөҙөмтәлә Рәсәй Сочиҙа яулаған 11 миҙалдан мәхрүм ителде. Рәсәй Федерацияһы командаһына ҡаршы ғәйепләүҙәр нигеҙендә Денис Освальд һәм Самуэль Шмид етәкселегендәге комиссияның тикшереүҙәре ята.  Уларҙың һығымталарына ярашлы, Рәсәй спортсылары Сочиҙа Олимпиадала спорт түрәләре ирек ҡуйып допинг ҡулланған. Мәскәүҙә был ғәйепләүҙәрҙе нигеҙһеҙ тип иҫәпләйҙәр. Рәсәй тик айырым допинг ҡулланыу осраҡтарын ғына таный.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть