Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Ҡарлы фронт Башҡортостанға бурандар алып килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рәсәйҙең үҙәк өлөшөндәге ҡарлы фронт Урал буйына килеп етте. Һамар өлкәһендә боҙло ямғыр яуа һәм буран уйнай, Пенза һәм Тамбов өлкәләрендә стихия электр сымдарын өҙҙө. Яҡын көндәрҙә иһә Татарстанда һәм Башҡортостанда буран сығыуы көтөлә, тип хәбәр итә «Фобос» үҙәге.

Шаршамбы, 6 декабрҙә, биләмәнең байтаҡ өлөшө епшек ҡар алып килгән атмосфера фронты тәьҫире аҫтында ҡала. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ 0,-5 градус.

Башгидромет фараздарына ярашлы, 7 декабрҙә республиканың көнбайыш райондарында бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана, республиканың көнсығышында яуым-төшөмһөҙ, еңелсә буран сыға, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,-8, көньяҡ-көнсығышта -12 градусҡа тиклем, көндөҙ -1,-6 градус.

8 декабрҙә лә бер аҙ ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3,-8, көндөҙ -1,-6 градус.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть