Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Алыҫ барған поездарға билеттар 90 тәүлек алдан һатыла башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Рәсәй тимер юлдары поездарға билеттарҙың 90 тәүлек алдан һатыла башлауы хаҡында белдерҙе. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һылтанып.

10 декабрҙән алыҫ барған поездарға һәм дәүләт эсендә йөрөгән тағылмалы вагондарға 90 тәүлек алдан билеттар һатыла башлай. Билетты тимер юл кассаларында һәм Рәсәй тимер юлдарының рәсми сайтында алырға мөмкин.

Рәсәй тимер юлдары етәкселеге фекеренсә, был сара пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға һәм ташыу уңайлығын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.

Әлеге ваҡытта алыҫ барған поездарға билеттарҙы 60 көн алдан алырға мөмкин. 2016 йылғаса билетты резервта һаҡлау ваҡыты 45 тәүлек тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть