Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала йәш сәсәндәр өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда «Сәсәндәрем, килегеҙ!» төбәк сәсәндәр фестивале үтте. Ул Әлшәй районының административ үҙәгендә, Раевка ауылының Мәҙәниәт йортонда үтте. Филология фәндәре докторы, танылған сәсәниә Розалиә Солтангәрәева проект етәксеһе булып сығыш яһаны. Фестивалдә Миәкә, Дәүләкән, Әлшәй райондары сәсәндәре ҡатнашты.

Фестиваль сиктәрендә йәш сәсәндәр өсөн Розалиә Солтангәрәева оҫталыҡ дәресе ойошторҙо.

Фестивалде ойоштороуҙа һәм уны уҙғарыуҙа Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әлшәй районы хакимиәте ҙур ярҙам күрһәтте.

Розалиә Солтангәрәева – халыҡ йырҙарын, үҙе яҙған әҫәрҙәрҙе башҡарыусы, филология фәндәре докторы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ул Мәскәүҙә 12-се Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (1985 йыл) дипломанты, Алма-атала Халыҡ-ара аҡындар һәм сәсәндәр конкурсы (1996 йыл), Смоленскиҙа Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1991 йыл), Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге бүләккә республика халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы (1984 йыл), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән. 2011-2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләне. Сактаган Баишев исемендәге Аҡтүбә университетының хөрмәтле профессоры. Башҡорт фольклоры һәм традицион мәҙәниәте буйынса бик күп монографик тикшереүҙәр, йыйынтыҡтар, әсбаптар, ғилми мәҡәләләр авторы. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баш ғилми хеҙмәткәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть