Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сноуборд буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабында Өфө ҡыҙы Елизавета Сәлихова дүртенсе урын алды

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 6 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Сноуборд буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабы «Абҙаҡ» тау саңғыһы үҙәгендә үтте. Унда Башҡортостандан был ҡышҡы спорт төрө вәкилдәре ҡатнашты. Елизавета Сәлихова яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ул «Параллель слалом-гигант» дисциплинаһында дүртенсе һәм  «параллель слалом»да бишенсе урын алды. Был турала Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Елизавета Сәлихова 2018 йылғы Олимпия уйындарына әҙерлек буйынса Рәсәй йыйылмаһы командаһына инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть